Уй-хыялым моңға үрелгән
«Уй-хыялым моңға үрелгән»
*Моң вплетен в мысли и мечты мои
Тансулпан Буракаева


Дисклеймер: башҡорт халыҡ йырына һәм эстрадаға ҡағылған был ваҡиғаларҙы мин әсәйем Мәрйәм Бураҡаеванан ишеткәндәремдән, шулай уҡ үҙемдең шәхси хәтирәләремә таянып яҙам.

Хәтергә тулыһынса таянып булмай һәм текста даталар, ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлелегендә хаталар булыуы ихтимал. Шуға күрә минең ошо яҙмаларымды документаль сығанаҡ итеп түгел, ә әҙәби әҫәр рәүешендә ҡабул итегеҙ. Минең өсөн иҫтә ҡалған хәл-ваҡиғаларҙы үҙгәртмәйенсә һаҡлау мөһим.

Шулай уҡ, ошо ҡыҫҡа ғына әҫәремдә мин телгә алырға теләгән кешеләрҙең барыһы тураһында ла яҙыу мөмкин түгел. Был ижадымды ҙур эштең башы, тип иҫәпләйек.

***

Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, элекке замандарҙа «Урал батыр» эпосы кеүек эпик әҫәрҙәрҙе башҡарыу традицияһында сәсәндәр даими күсенеп йөрөгән. Улар бер йәйләүҙән икенсеһенә барған, был оло ваҡиғаға әйләнгән: халыҡ йыйыла, һәм тамаша йә көнө буйына, йәки бер нисә көн дауамында, ә ҡайһы берҙә, әҫәр ҙур булһа, бер аҙнанан ашыу дауам иткән. Эпостар, шул уҡ ҡобайырҙар, көйгә һалынып башҡарылған, һәр береһенең үҙ көйө булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Урал батыр» эпосын башҡарыу көйө, «Аҡбуҙат» эпосы кеүек үк, һаҡланмаған, әммә «Заятүләк һәм Маянһылыу» , «Алпамыша» , «Аҡһаҡ ҡола» , «Ҡуңыр буға» һәм башҡа эпостарҙың көйҙәре билдәле. Ҡобайырҙы башҡарыусы кәрәкле урындарҙа ҡысҡыра биреп тә ебәргән, персонаждарҙың пластикаһын һүрәтләгән, сығышына бейеүҙәрҙе лә индергән, геройҙарына яраҡлашып төрлө тауыш менән көйләгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, был бер актер театры булған.

ХХ быуат башында шиғриәт тә, музыка ла халыҡ сығанаҡтарына ҡайтыу нигеҙендә төҙөлә. Шиғриәт, ғәрәп мираҫынан баш тартып, халыҡтың традицион йыр формаларына ҡайта башлай. Заһир Исмәғилев һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың операларында халыҡ йырҙары ла бар.

Халыҡҡа яҡыныраҡ булыу, сәнғәтте халыҡҡа еткереү өсөн, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән шағир Шәйехзада Бабич, пианиноны йөк машинаһына тейәп, ауылдар буйлап йөрөйҙәр... Ғәзиз Әлмөхәмәтов «Сания», «Эшсе» опералары кеүек ижадтың ҙур формаларын булдыра, ә «Сайҡалалар кәмәләр» йыры репрессиялар дәүерен сағылдырған уның иң билдәле әҫәренә әйләнә.

Был йырҙы Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» фильмында Айгиз Ханов башҡара, шул осор ҡорбандарына арналған фильдың төп йыры ул. Совет осоронда был йыр Даһи Бакиров, ә совет осоронан һуң Рәсүл Ҡарабулатов башҡарыуында бик популяр була.

*Ҡобайыр — башҡорт халыҡ шиғриәтенең жанры, бында, шулай уҡ, «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» кеүек монументаль әҙәби ҡомартҡылар инә, улар ҙа традицион рәүештә думбыра аккомпанементы менән йәки аккомпанементһыҙ, әммә һәр ваҡыт көйгә һалынып башҡарыла. Сәсәндәр шиғри ярыштарҙа ла ҡобайырҙар ижад иткән.

***

Башҡорттар гел йырлаған: мәжлестәрҙә ҡунаҡтар өсөн генә түгел, йыр ғәҙәти күренеш булған. Мал көткәндә лә, һыбай йәки арбала йөрөгәндә лә, муйыл йыйғанда ла, бергәме, яңғыҙмы — башҡорт йырҙан айырлмаған.

***

Әсәйем бала сағында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылына концерт менән килгән артистарҙы гел йүгереп барып ҡаршы алған һәм өйҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған. Артистарға, күрәһең, был ҡыҙыл сәсле ҡыйыу ҡыҙыҡай оҡшай, улар килә, өҫтәүенә өләсәйем Мәрхәбә лә, ярлы йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ҡунаҡтарҙы ихлас күңел менән ҡаршы алған.
***

Бала саҡтан уҡ эшкә күнеккән әсәйем физик яҡтан көслө һәм оһолло булып үҫкән, һәм ун ике йәшенән башлап ҡартатайым Сабирйән уны урманға утын әҙерләшергә йөрөтә башлаған. Әсәйемдең ярҙамын ул, күрәһең, китап уҡыуҙан башы сыҡмаған улы Салауаттың мөмкинлектәренә ҡарағанда өҫтөн күргәндер. Әсәйем урманда ашарға бешерергә, усаҡ яғырға, аттарҙы ҡарарға, ағас ботаҡтарын бысырға ярҙам иткән. Урманда үҙенсәлекле мөхит була: колхоз өсөн урман ҡырҡыуҙан тыш, улар һалабаш һыҙырып һыуға һалып тотҡандар — өләсәйем аҙаҡ унан ағартыу өсөн бумала яһап Баймаҡҡа һатыуға алып сыҡҡан.

Кисен, ауыр эштән һуң, усаҡ янында, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр һәм, әлбиттә, йырҙар ваҡыты еткән. Бер ваҡыт, әсәйем сатырҙа йоҡоға талғанда, усаҡ янына күрше Үрген ауылынан Иншар исемле йәш егет килгән:

— Ағайҙар, рөхсәт итһәгеҙ, ошо имәндең башына менеп йырлап алайым, — тип рөхсәт алып ла ағасҡа менеп киткән. Әсәйем был мәлде шулай итеп хәтерләй: төн, сатырҙың ботаҡтары аша күренгән ай һәм йондоҙҙар, Иншарҙың бәрхәт тауышы һәм ҡайҙандыр юғарынан яңғыраған «Буранбай» йыры.

Иншар Солтанбаев сәнғәт училищеһында уҡый, әммә унда классик вокалға уҡыған саҡта уның тауышын боҙалар, шул арҡала ул оҙаҡ ваҡыт йырлай алмай. Тауышы әкренләп ҡайта, әммә уҡыуын артабан дауам итмәй. Уның башҡарыуындағы «Буранбай» йыры — иҫ китмәле оҫталыҡ өлгөһө.

***

Һәр яңы йыр оло ваҡиғаға әйләнә. Бер тапҡыр, әсәйем, ул саҡта БДУ студенты, Октябрь проспектында эшселәр ятағы эргәһенән үтеп бара һәм асыҡ тәҙрә аша бөтөнләй таныш булмаған йыр ишетә. Йыр шул тиклем матур була. Әсәйем асыҡ тәҙрә янына килә. Бүлмәлә бер егет пластинка тыңлап ултыра.

— Был ниндәй йыр?

— «Кейек ҡаҙҙар», Камил Вәлиев, — тип хәбәр итә егет һәм пластинканың тышлығын күрһәтә. Әсәйем йырҙы иҫендә ҡалдыра. Әммә уны башҡаса бер ҡайһа ла ишетмәй. Йылдар үтеп, радиоға эшкә урынлашҡас, был йырҙы табып эфирға сығара.

***

Ул саҡтарҙа радиола концерттар алдан яҙылмаған һәм артистарҙың сығышы тура эфирҙа барған. Улар билдәләнгән ваҡытҡа килгән һәм йырҙарын йырлаған.

Бер ваҡыт Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһында Салауат Юлаев ролен башҡарыусы Мәғәфүр Хисмәтуллин менән Нәжиә Аллаярова дуэты сығыш яһарға тейеш була. Көтмәгәндә йырсы һалҡын тейҙереп, йырлай алмауы асыҡлана. Нимә эшләргә? Кемдер мөхәррирҙәр бүлегендә эшләгән Фәриттең тауышының яҡшы тембрлы булыуын иҫенә төшөрә.

— «Һары ла сәс» йырын беләһең бит, — тип, ҡыйыуһыҙ мөхәррирҙе өгөтләп, дәртләндереп йырлаталар. Бик матур дуэт яңғырай. Шулай итеп, популяр йырсы Фәрит Бикбулатовтың йондоҙо балҡып сыға һәм оҙаҡ балҡый. Йырсы тамашасыны хатта 2000-се йылдар башында ла «Был ғүмер» һәм «Давай-давай, Фәрит ағай» (әйткәндәй, минең биш йәшлек ҡыҙымдың яратҡан йыры) хиттары менән ҡыуандырҙы.

***

60-сы йылдар аҙағында әсәйем Өфөлә тәүге башҡорт ҡала мәктәбен астырыусы инициатив төркөмдә була. Улар өйҙән-өйгә йөрөп, ата-әсәләрҙе өгөтләп, балаларҙы берәм-берәм мәктәпкә йыя. Бер тапҡыр, 1966 йылдың йәйендә, әсәйем ҡала үҙәгендәге ихаталарҙың береһенә инеп, майҙансыҡта балалар төркөмөн күреп ҡала. Башҡортса өндәшеп, уларҙың исемдәрен һорай.

— Меня зовут Азамат, — тигән балаларҙың береһе рус телендә, — я живу здесь.
— А меня — Салават, — тип үҙен таныштыра икенсеһе.
— Ә минең исемем Славик, — ти өсөнсөһө. — Мин бына ошо йортта йәшәйем.

Уныһы — Вячеслав, йырсы Мәғфирә Ғәлиеваның һәм Наил Ғәлиев псевдонимы менән билдәле композитор, музыкант Николай Головтың улы булып сыға.

Мәғфирә Ғәлиева әсәйемдең яҡташы һәм беҙ уның менән 2016 йылға, ул вафат булғанға тиклем яҡын аралаштыҡ. Беҙ ауылға күсеп йәшәгән осорҙа Өфөгә килгәндә йыш ҡына уның өйөндә туҡтала инек. Уларҙың Цюрупа һәм Октябрь революцияһы урамдары киҫелешендәге иркен, һалҡын фатирында совет осорондағы дефицит китаптар менән тығыҙ тулған ғәләмәт ҙур китап шкафы тора ине. Шуға ла уларҙың улы Вячеслав Головтың «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире булыуы ғәжәп түгел!

Мәғфирә Ғәлиева нисек йырсы булып китә? Ейәнсура яҡтары элек-электән йырсылар менән дан тота, Мәғфирә Ғәлиева ла йырлай. Әммә профессиональ йырсы булырға йыйынмай. Тик яҙмыш үҙенсә хәл итә.


Мәғфирә апай ялан аяҡ көйө картуф утаған саҡта, уның баҡсаһы артында Мәскәү консерваторияһына уҡырға ебәрелгән йәш таланттар тейәлгән йөк машинаһы туҡтай. Уны ла саҡыралар. Мәғфирә апай тәпкеһен ергә һала ла, ҡулдарын итәгенә һөртөп, йөк машинаһына ултыра ла, яңы тормошҡа ыңғайлай. Уға аяҡ кейеме алыу өсөн Өфөлә магазинға инәләр, әммә ҡатын-ҡыҙҙар бүлегендә тап килгән аяҡ кейеме булмай, шуға күрә ирҙәр өсөн тегелгән тупаҫ сандалия һатып алалар, һәм шуларҙы кейеп Мәскәүгә имтиханға килә. Һәм уҡырға инә!

Мәғфирә Ғәлиева бөтә донъяға билдәле Ирма Яунземда уҡый. Ирма ул лә үҙе башҡорт йырҙарын башҡара һәм Мәғфирә апайҙа донъя халыҡтары йырҙарына һөйөү тәрбиәләй. Һәм Мәғфирә апай йылдар үткәс, төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән үҙе менән урындағы халыҡ йырҙарын алып ҡайта һәм алтмыштан ашыу телдә йырлай. Уның музыкаль һәләте телде белмәгән көйө лә телдәге өндәрҙең нескә нюанстарын үҙләштереү мөмкинлеген бирә.

Бер ваҡыт Башҡортостандың бер ауылында Мәғфирә апай сыуаш телендә йырлай, һәм концерттан һуң уның янына оло йәштәге сыуаш кешеһе килә һәм туған телендә ауылдағы проблемалар тураһында һөйләй башлай.

Мәғфирә апай башҡорт халыҡ йырҙарын, шул иҫәптән бик үк билдәле булмаған «Ете егет», «Орсоҡ» һәм башҡа йырҙарҙы йыш башҡара. Николай Головҡа кейәүгә сыға, ә ул башҡорт мәҙәниәтен шул тиклем ныҡ ярата, хатта Наил Ғәлиев псевдонимын ала һәм республикала беренсе булып «Өфө уттары» инструменталь эстрада ансамблен ойоштора. Башҡорт телендә бик яҡшы һөйләшә, бик күп йырҙар яҙа. Халыҡ йыры кимәленә еткән «Бөрлөгәнем» йыры ла уның ижадынан. Уларҙың дуҫ интернациональ ғаиләһе совет осоронда милләт-ара никахтарҙың дәүләт пропагандаһы өсөн дә өлгө була: мәҫәлән, радиола Мәғфирә Ғәлиева башҡарыуында Шәриф Бикҡол һүҙҙәренә яҙылған Наил Ғәлиев көйөнә һалынған «Яраттым мин рус егетен» йырын йыш ҡына ҡуялар.

Мәғфирә апай оҙаҡ, 87 йәшкә тиклем йәшәй: йырлау ғүмерҙе оҙайта, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Был материалды әҙерләгәндә, уның интервьюһын да тыңланым, уның үҙенсәлекле тембры һәм шарҡылдап көлөүе иҫкә төштө. Магфира апайҙың ейәне, Артем Голов, олатаһы эҙенән бара, ул музыкант-инструменталист һөнәрен һайлай.
***

Нәсимә апайым Фидан Ғафаровты бик ярата ине. Әйткәндәй, ул саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе Фидан Ғафаровҡа ғашиҡ булған. Хатта Нәсимә апайҙың көнсөл ире Хәлил еҙнәйем дә уның һөйөү тойғоһона ҡаршы тора алмаған. Апайым Фидан Ғафаровтың бер генә спектаклен дә ҡалдырмаған. Телевизорҙа уның концерты барһа, донъяның бер эше лә уны экрандан айыра алмаған. Бер тапҡыр, Нәсимә апайым телевидениела машбюрола эшләгән саҡта, Фидан Ғафаровтың, тауышын яҙҙырып, бинанан сығып киткәнен белә лә, йырсы артынан йүгерә. Нәсимә апай уның артынан трамвай туҡталышына тиклем йүгереп бара ла, вагонға ултыра. Кондуктор уның билетын һорағандан һуң ғына аңына килә һәм бөтә әйберҙәрен эш урынында онотҡанын иҫенә төшөрә.

— Ә мин бит уның өйөнә лә барып етер инем, — тип, йылдар үткәс, көлөп иҫенә төшөрә ине апайым.

Хәҙер ул ваҡыттағы фанатизмдың шундай кимәлен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Халыҡ театрҙар һәм концерт майҙансыҡтарын баҫып ала. Хатта бер тапҡыр, йондоҙҙо күрергә теләп, театрҙың ишеген дә ватып ҡуйғандар, тип һөйләйҙәр.

Һәм, әлбиттә, Фидан Ғафаровты Нурия Ирсаеванан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, сөнки тап уларҙың Башҡорт драма театрындағы спектаклдәрҙән дуэттары икеһен дә бөтөн республикаға һәм унан ситтә лә танытты: «Ғәлиәбаныу» һәм «Ғәлиә менән Заһир йыры».

***

90-сы йылдар башында ҙур ғаиләбеҙгә Батыр урамындағы фатирҙа тығыҙ була башлағас, — шул ваҡытта әсәйемдең беренсе ейәне Айгиз тыуҙы — беҙ Точисский урамындағы шәхси йортҡа, Өфө буйлап ағып ятҡан Сутолока йылғаһы буйына, күстек. Хәҙер был йылға Салауат Юлаев проспекты аҫтынан торбалар аша аға. Ҡайтып етер өсөн «Кондитер фабрикаһы» туҡталышынан Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамы буйлап бик оҙаҡ атлап барырға йәки икенсе яҡтан Рембыттехниканың ҙур бинаһы артындағы туҡталышта төшөп шундай уҡ ара үтергә кәрәк ине. Республика тормошондағы күп кенә мөһим ваҡиғалар, улар араһында иң мөһиме — суверенитет алыу — беҙҙең ғаиләне ошонда тап итте.

Бер ваҡыт әсәйем өйгә күҙҙәре балҡып килеп инде.

— Яңы йыр ишеттем! — тине лә, шунда уҡ йырлап ебәрҙе.
«Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң*,
Моң ҡайҙа һуң, әйт, урам,
Аулаҡ өйлө** һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам»

Әсәйем, шул осорҙағы Өфө башҡорттарының күпселеге кеүек үк, ауылдан күсеп килгән. Тыуған ауылын һағыныу тойғоһо беренсе быуын Өфө башҡортоноң һәр беререһенең күңелендә ята. Шуға күрә шағир Рәмил Сурағол һәм композитор Ризуан Хәкимов яҙған «Моңдар ҡайтһын ауылға» йырын ҙур шатлыҡ менән һәм яратып ҡаршы алалар.

Шул осорҙағы хиттарҙың береһе булып тора ул, «Суверенитет алған ваҡыттар» тип аталған тотош дәүерҙе кәүҙәләндерә. Йырҙы башҡарған Айҙар Ғәлимов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамашасыларҙың яратҡан йырсыһына әүерелә. Әгәр беренсе йыр ауылды һағынып йырланһа, икенсе хиты, «Аҡбуҙат», йәшлекте һағынып йырлай, уны үҙешмәкәр композитор Дамир Әҙелбаев ижад итә.

Һағыш — башҡорт йыр шиғриәтендә электән ҡулланылған төп хис. Башҡорттар тыуған илен — ир-егеттәр оҙаҡҡа хеҙмәт итергә, йәки һөргөнгә, йә алыҫ ерҙәргә эшләргә киткәндә, («Илсе Ғайса», «Саҡырмасы, кәкүк», «Әрме»), йә урбанизация башланғандан һуң ауылын, йә йәшлек йылдарын йәки йәшлек мөхәббәтен һағына. Сит яҡтарға кейәүгә бирелгән, урланған йәки башҡа яҡтарға һатып ебәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тыуған яғын һағынып йырҙар сығара («Таштуғай», «Ғилмияза»).

Тыуған илде һағыныу башҡорттарҙы ғына түгел, ә Башҡортостандан сығып донъя буйлап таралған башҡа этнос вәкилдәрен дә ла даими рәүештә башҡорт форумдарында, ә социаль селтәрҙәр барлыҡҡа килгәндән һуң яҡташтар төркөмдәрендә ултырырға, сит илдәрҙә Һабантуйҙар үткәрергә, яҡташтар менән виртуаль аралашыуҙа әүҙем ҡатнашырға мәжбүр итә.

Шулай итеп, берҙәм виртуаль Башҡортостан-Гөлбостан, хыял иле барлыҡҡа килә.

*Моң — тәржемә итеү өсөн ауыр төшөнсә. Мәҫәлән, әсәйем, баланың күҙҙәрендәге моң аша туған телендә һөйләшеү-һөйләшмәүен билдәләп була, ти (һәм үҙе хатаһыҙ билдәләй). Моң — көй генә түгел, ә тәрәнлек, мәғәнәлек, эске яңғыраш менән тулылыҡ.

**Аулаҡ өй — өлкән быуын кешеләре булмаған (ҡунаҡҡа киткәндәр һ.б) йортта йыйылышыу. Төрлө уйындар ойошторола, ҡайһы берҙә ҡыҙҙар яңғыҙ була, ҡайһы берҙә егеттәр саҡырыла. Ҡайһы бер райондарҙа «ҡуныу» тигән төшөнсә лә бар — егеттәр төндә ҡыҙҙар менән ҡосаҡлашып йоҡлай, әммә әҙәп нормалары сиген үтмәй.

***

Милли йолаларға ҡыҙыҡһыныу тергеҙелеү менән ҡобайырҙарҙың да популярлығы арта. Халыҡтың айырыуса яратҡан сәсәниәһе Розалия Солтангәрәева халыҡ ҡобайырҙарын да, үҙенең әҫәрҙәрен дә башҡара. Уның юғары тауышы, нәфис һыны, затлы туҡымаларҙан тегелгән кейемдәре һәм үҙенсәлекле башҡарыу манераһы тамашасыға ныҡ тәьҫир яһай. Был — алиһә Һомай, Урал батырҙың ҡатыны образы, һәм халыҡ уны һоҡланып ҡабул итә.

Бынан тыш, нәҡ 90-сы йылдарҙа «Уйҙарым» ҡобайыры популяр булып китә, күптәр уны халыҡ ижадынан, тип һанай. Ә ул Рәми Ғарипов ҡобайыры, көйҙө композитор Айрат Ҡобағошов яҙған.
Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йәдкәр» фольклор ансамбле ойошторола, 25 йыл дауамында халыҡ артисы Ғәли Хәмзин уның менән етәкселек итә. 2010 йылдан коллективтың художество етәксеһе — халыҡ артисы Азамат Тимеров.

«Каруанһарай» төркөмөнөң йырҙары ла башҡорт халҡының уяныу гимнына әйләнеүе ғәжәп түгел. Рами Ғариповтың совет осоронда властар тарафынан эҙәрлекләнгән шиғырына башҡарылған «Ай, һай, Салауат» йыры, Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарына яҙылған «Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?», «Башҡортостан-Гөлбостан» йырҙары милли традицияларға нигеҙләнгән.

Автор йырҙарынан тыш, улар «Сыңрау торна», «Ай, һай, Гөлкәйем», «Беҙҙең ил» һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙарын популярлаштыра. Хәҙер был традицияларҙы уларҙың солистары: Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов һәм уның «Далан», Мәхмүт Нәҙершин етәкселегендәге йәш йырсыларҙан торған «Каруан» төркөмдәре айырымлап дауам итә.

Шул осорҙа күп төркөмдәр барлыҡҡа килә. Уларҙың бер өлөшөн – «Аманат» төркөмө, һуңынан уның составы «Аҡйондоҙ», «Ант» һәм «Аманат» студияһына әүерелә — Өфө егеттәре Илдар һәм Алмас Ғафаровтар, Урал Иҙелбаев, Роберт Юлдашевтар ойошторһа, төркөмдәрҙең икенсе, күпселек өлөшө ауыл ерендә формалаша: «Дәрүиш-хан», «Рух», «Ҡышҡы йәйғор», «Ейәнсура» һәм башҡалар.

***

— Һин үҫкәс, мин һиңә өйләнермен, — тип хәбәр итте миңә «Рух» төркөмөнән Ирек Атанов. Миңә 12 йәш ине, һәм мин ҡыуандым, сөнки йәш булыуыма ҡарамаҫтан, минең егетем бар, өҫтәүенә, музыкант, минең ике туған ағайым Ғәзинурҙың төркөмөнән! Ғәзинур ағай күрше Хәйбулла районында йәшәй һәм төркөмө менән беҙҙең Ейәнсура районында үткән фестивалгә килде. Әсәйемдең өлкән ағаһы Салауат олатайҙың улы Ғәзинур ағай милиционер булып эшләне, ә буш ваҡытта музыка менән шөғөлләнде. Ғәҙеллек тойғоһо ташып тора ине унда, ул «Оло теләк» станцияһындағы фажиғә тураһында ла, Афғанстан тураһында ла йырҙар яҙҙы... Ғәзинур ағай 1994 йылда һәләк булды. Әммә төркөмө үҙ эшен дауам итте. Солист булып Юлай Асҡаров, быға тиклем дә төркөмдә йырлаусы, шул иҫәптән үҙенең йырҙарын да башҡарыусы, ә төркөм етәксеһе — гитарасы Ирек Атанов булды. Хәҙер, Атановтың вафатынан һуң да, төркөм үҙ эшен дауам итә.

***

90-сы йылдар. Ил үҙгәрә, һәм 20 йыл элек күҙ алдына килтереүе лә мөмкин булмаған үҙгәрештәр бара. Әгәр 60-сы йылдар аҙағында Өфө башҡорттары башҡорт балалар баҡсаһын, ә шунан тәүге башҡорт ҡала мәктәбен асыу өсөн ведомстволар тупһаһын тапаһа, 90-сы йылдар башында әсәйем бер үҙе, үҙ инициативаһы менән тыуған ауылы Иҫәнғолда башҡорт гимназияһын астырҙы, унда ағайым Илгизәр Бураҡаев һәм Миндибай Юлмөхәмәтов менән берлектә яҙылған үҙенең «Тормош һабаҡтары» тигән яңы уҡыу предметын индерә. Күпмелер ваҡыттан һуң башҡорт мәҙәниәте буйынса был предмет республиканың бөтә башҡорт мәктәптәрендә уҡытыла башлай һәм, тотош бер быуынды тәрбиәләп, 2017 йылда «Төбәк компоненты тураһында» закон көсөнә ингәндән һуң уҡыу программаһынан алып ташлана.

Әсәйем гимназияла музыканы өйрәнеүгә лә ҙур әһәмиәт бирә. Уҡыусылар ҡурайҙа, мандолинала (халыҡ музыканты Нәжметдин Хәсәнов уйнарға өйрәтә) һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә. Ғәҙәти музыка дәрестәренән тыш, апайым Гөлназ Бураҡаева һәм Гүзәл Хәмитова яҙған программа буйынса «Халыҡ музыкаһы» предметы ла индерелде.

Һәр халыҡ музыкаһы дәресендә беҙ, гимназия уҡыусылары, ике-өс йыр өйрәндек, киләһе дәрескә өй эше итеп уларҙың береһен өйрәнеп, ятлап килергә тейеш инек. Шулай итеп беҙ бик күп йырҙар өйрәндек, Ейәнсура районы, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе буйлап гастролдәргә йөрөнөк. 1996 йылда Өфөгә кире ҡайттыҡ. Ә Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Ейәнсура башҡорт гимназияһы эшләүен дауам итә.

***

Апайым Зөһрә Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡыны, ә «Башҡортостан» киностудияһына мөхәррир булып ҡайтҡас, уға, йәш белгескә, мәҙәниәт министрлығынан дөйөм ятаҡта бүлмә бирҙеләр. Был Йәштәр бульварында, Башҡортостан сауҙа үҙәге артында (хәҙер Башҡортостан лайфстайл үҙәге) урынлашҡан күҙгә салынмаҫ һорғолт туғыҙ ҡатлы йорт. Элекке сәнғәт училищеһының дөйөм ятағын бында ғаилә ятағы итеп үҙгәртәләр, сөнки һәр бүлмәнең үҙ санузелы бар, кухня ғына уртаҡ.

Был ятаҡта (шулай уҡ Цюрупа урамындағы «Шәфәҡ» һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының ятаҡтарында) башҡорт мәҙәниәтенең аҫыл вәкилдәре йәшәй ине. Яҙыусылар: әсәйем Мәрйәм Бураҡаева, Таңсулпан Ғарипова, Айҙар Хөсәйенов, Евгений Мальгинов. Рәссамдар: Рим Вәлиәхмәтов, Анна Мальгинова. Һәм иң күбе йырсылар: Райман Ишбаев, Филүс Ҡалмырҙин, Илһам Вәлиев, Азат Йыһаншин, Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов), Рөстәм Ғиззәтуллин, Гүзәл Измайлова һәм башҡалар.

Азат Йыһаншин ҡатыны Фәниә һәм өс бәләкәй улы менән беҙҙең ҡатта йәшәй, балалары береһенән береһе етеҙерәк. Фәниә:
— Беҙгә бер йортта фатир бирһәләр, артабан да бергә йәшәйәсәкбеҙ! — тип шаярта торғайны. Һуңынан нәҡ шулай булды.

Беҙҙән бер ҡатҡа түбән «Дәрүиш-хан» төркөмө солисы Дим Мәннән йәшәй ине. Ул, ҙур ғаиләһен туйҙырыу өсөн, ҡатыны Альбина менән төшкө аш әҙерләй ҙә, машинаһы менән төрлө ойошмаларға ташый, шулай уҡ таксист булып эшләй, бер-нисә тапҡыр беҙгә талҡан килтерергә ярҙам итте. Ул саҡта ғаиләбеҙ талҡан етештереү менән дә шөғөлләнә ине. Зөһрә апайымдың икенсе ҡыҙы Айсулпанды бала табыу йортонан алып ҡайтты. Дим 36 йәшендә ҡапыл йөрәге туҡтап вафат булды, һәм был бөтә республика өсөн ҙур юғалтыу ине. Дим Маннанды әле лә хөрмәтләйҙәр һәм уның исемендә фестивалдәр үтә. «Дәрүиш-хан» төркөмөндәге Альберт Ғәббәсов төркөмдө тергеҙә һәм халыҡ яратҡан хиттарҙы башҡарыуын дауам итә.
***

1998 йылда әсәйемдең инициативаһы менән «Йәйләү» башҡорт телле беренсе балалар лагеры асыла. Лагерҙа күренекле яҙыусы-прозаик Гөлсирә Ғиззәтуллина, шағирә Рәсимә Ураҡсина һәм республиканың башҡа билдәле эшмәкәрҙәре тәрбиәсе булып эшләй. Әммә лагерҙың төп йәме — Дамир ағай Әҙелбаев ине, ул лагерҙа оҙаҡ йылдар эшләне, ә уның башта республика өсөн гимн итеп яҙылған «Башҡортостан» йыры «Йәйләү» гимнына әйләнде. Лагерҙың тәүге ике йылында мин дә унда әйҙәүсе булдым. Беренсе йылда ул Нөгөш һыуһаҡлағысының ҡуйы урман менән ҡапланған һул ярында, ә икенсе йылда — ҡаршы яҡта, Һәргәй ауылы эргәһендәге тауҙың асыҡ битләүендә үтте.


Иртән беҙҙе, ғәҙәттәгесә, ҡыңғырау түгел, ә Дамир ағай үҙе уята, ул йоҡо корпустары коридорҙары буйлап йөрөп, баяндың аккомпанементы аҫтында «Башҡортостан» йырын йырлай ине. Шулай уҡ уның «Йәйләү» лагеры өсөн махсус яҙылған йыры ла бар ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәҙер юғалған.

Өс аҙна лагерҙа үткәргән ваҡытта балалар туған мәҙәниәтен һәм телде өйрәнеп өлгөрә. «Йәйләү» ҙә отрядтар урынына ырыуҙар булдырылды, ә балалар ашханаға йәки йыйынға (йыйылышҡа) барғанда, «Ишекте киңәйтеп асмаһағыҙ, ашнаҡсыны ашарбыҙ» тип түгел, ә ырыу атрибуттарын — оран, тамға, ҡош һәм ағас — әйтәләр. Йыр, бейеү конкурстары үткәрелә, ошо өс аҙна эсендә хатта тотош спектакль әҙерләп өлгөрәләр!

Был лагерҙа ял иткән балаларҙың күбеһе башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарына әүерелде: Айҙар Хәмзин, Зөлхизә Илбәкова, ағалы-ҡустылы Рөстәм һәм Фәнзил Әҙелбаевтар.

***

2006 йылда «Башҡортостан» киностудияһында «Рәхмәт» исемле Яңы йыл фильмын төшөрә башланылар, уның сценарийын беҙ Зөһрә апайым менән яҙҙыҡ, ә режиссеры — ҡаҙаҡ егете Әнуәр Райбаев булды, улар апайым менэн ВГИК-та бергә уҡыған.

Эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында музыкаль фильмдар төшөрөү традицияһы ныҡлы урын ала. Телевидениела Азамат Хужахмәтовтың «Таныш булмаған таныштар» исемле фильм, унын һуң уның сиквелы сыға, унда 2000-се йылдар башындағы йондоҙҙар: Гөлдәр Ишҡыуатова, Гөлсөм Бикбулатова, Вәхит Хызыров, Рәсүл Ҡарабулатов, Лилиә Ишемйәрова, Азамат Тимеров һәм башҡалар төшә; Рияз Исхаҡовтың Яңы йыл клиптары серияһын булдыра.

Был традицияны дауам итеп, беҙҙең фильмда Урал Иҙелбаев, Сәйҙә Ильясова, Азат Йыһаншин, ул ваҡытта үҫеп килгән рэп йондоҙо МС Баш төштөләр һәм йырҙарын башҡарҙылар.
Ғәлинур Юламанов махсус рәүештә фильм өсөн яҙған йырҙың айырым клибын төшөрөү өсөн массовкаға «Бүреләр» төркөмөн саҡырҙы. Беҙ төркөм ағзалары Илшат, Денис, Урал һәм Тайфур менән дуҫлаштыҡ, һәм был дуҫлыҡ икенсе фильмға нигеҙ һалды. «Минең йондоҙом» фильмы минең режиссерлыҡ дебютым булды.

Шул саҡта Мәскәүҙән Щепкин училищеһын тамамлаусылар төркөмө ҡайтҡайны, уларҙың күбеһе фильмда төрлө ролдәрҙә уйнаны. Шулай уҡ актерҙар һәм төшөрөү төркөмөндә ҡатнашыусылар сифатында ул саҡтағы һәм хәҙерге эстрада йондоҙҙары ҡатнашты: музыкант Вәсил Ғафаров, кинорежиссер Айнур Асҡаров, опера йырсыһы Дилара Ғәбитова, театр режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм башҡалар.

***

2010-сы йылдар башында шағир һәм «Ҡышҡы йәйғор» төркөмөндә ҡатнашыусы Азамат Юлдашбаев ҡустыһы Нәжип һәм бер төркөм йәш фекерҙәштәре менән бергә туған телдә «Ҡош юлы» тип аталған башҡарыусы бардтар фестивален башланы, был — Грушин фестиваленең башҡорт аналогы. Фестиваль ул ваҡыттағы эстрада форматында булмаған Миңзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова һәм башҡалар кеүек күп йәштәрҙе берләштерҙе һәм уларға юл асты. Бардтарҙың йырҙары хитҡа әйләнде, шулай уҡ балалар «Ҡош юлы» фестивале барлыҡҡа килде, хәҙер был фестиваль тотош бер хәрәкәткә әүерелде.

Йыш ҡына музыкаль ваҡиғалар халыҡтың иғтибарын төбәк проблемаларына йүнәлтергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 2013 йылда музыкант Роберт Юлдашев Торатау янында фестиваль ойоштора, унда бик күп билдәле төркөмдәр һәм башҡарыусылар, шул иҫәптән Тываның билдәле төркөмө «Ят-Ха» килә. Был фестиваль тауҙың йәшәүгә хоҡуғын яҡлауҙа мөһим сара булып тора.

***

Әсәйемдең тағы ла бер ҙур эше — йыл һайын Әлшәй районында урта һәм өлкән синыф уҡыусылары өсөн үткәрелгән «Башҡортостан ынйылары» конкурсы. Был конкурс өсөн балалар, бер аҙ ваҡытҡа тыуған яҡты өйрәнеүселәргә әйләнә һәм билдәле яҡташтары тураһында мәғлүмәттәр йыя, театр постановкалары ҡуя; ике йыл рәттән улар конкурсҡа урындағы күмәк уйын һәм бейеү формаларын алып килде. Ниндәй генә бейеүҙәр булманы унда! Сөнки дискотекалар һәм клубтарҙағы концерттар барлыҡҡа килгәнгә тиклем күп быуаттар дауамында киске бейеүҙәр йәштәр өсөн күңел асыу һәм танышыуҙың берҙән-бер ысулы булып торған. Бейеү конкурсында Мәсетле районы егете Заһир айырылып торҙо, ул ҡатнашыусыларҙы ғына түгел, бөтә жюри ағзаларын да бейеүгә йәлеп итте. Уға сәхнә йондоҙо булырға яҙған! Хәҙер ул, ижади псевдонимы итеп үҙ фамилияһын алып, Зәйнетдин булараҡ билдәле.

***

Күп тапҡырҙар башҡорт йәштәре Өфөлә «Самауырлы Ритайым»ға йыйыла башлауы тураһында ишеткәнем булды, һәм быйыл ойоштороусылар мине биҙәүестәр менән сауҙа итергә саҡырғас, барҙым һәм шул ваҡыттан бирле бер Ритайымды ла ҡалдырманым. Рөстәм Абдразаҡов, Шәфҡәт Ғәбитов һәм башҡалар йыйған сара үҙ традицияларын үҫтерә: бында бушлай сәй эсеү, ирекле микрофон, «күләгә» (күмәк бейеүҙәр), билдәле хореографик постановкаларҙы һәүәҫкәрҙәр башҡарыуы. Йәштәр төрлө йылдарҙағы башҡорт эстрадаһы йырҙарын белә һәм яратып башҡара; артистар үҙҙәре лә сығыш яһарға килә.

Ритайымда мин йәштәрҙе генә түгел, олораҡ таныштарымды, төрлө һөнәр эйәләрен дә осраттым. Хәҙерге мегаполистың халыҡтың традицион күңел асыу формаларын тергеҙеү һәм үҙ мәҙәниәтен һаҡлау өсөн майҙансыҡҡа әйләнеүен күреү оло ҡыуаныс!